Творцу подтверждается исключительно выполнением Его повелений. Подобная верность есть вершина чувств и поступков, устремленных к Нему. Он


НазваниеТворцу подтверждается исключительно выполнением Его повелений. Подобная верность есть вершина чувств и поступков, устремленных к Нему. Он
страница1/8
Дата публикации17.03.2013
Размер1.02 Mb.
ТипДокументы
userdocs.ru > Журналистика > Документы
  1   2   3   4   5   6   7   8






















Верность Творцу подтверждается исключительно выполнением Его повелений. Подобная верность есть вершина чувств и поступков, устремленных к Нему. Он - сотворивший нас, дающий нам жизнь и Тот, в ком мы нуждаемся каждое мгновение. Жизнь наша и смерть наша в Его власти. Поэтому любовь к Нему и способность в каждом вдохе быть привязанным к Нему есть высочайшая вершина покорности...


^ ИЗГЕЛЕККӘ ҠЫЛДЫ ҒИБӘҘӘТ

Китһәм һинән, тик нур булып китәм -
Бүтән донъяларға, төндө ярып...


Рәшит Назаров

Хаҡ тәғәлә әҙәм балаларын төрлөсә итеп яралтҡан. Берәүҙәр үҙе өсөн йәшәп, харабалар төҙөп, байлыҡҡа батып, яҡындарына һынау өсөн мираҫ; икенселәребеҙ иһә аслы-туҡлы ғына йәшәп, көнөн көнгә ялғарлыҡ ҡына ҡәнәғәт донъя ҡалдыра, ә бәғзеләребеҙ һуңғы көнөнәсә башҡалар өсөн йәшәй, ғилем таратыуҙан йәм табып, шатлыҡтар өләшеп, эскерһеҙ тормош өлгөләре күрһәтеп, үҙе донъя ҡуйғас та һағынып һөйләрлекяҡты, нурлы эҙ ҡалдыра. Ундайҙар биктә һирәк, әммә, шөкөр, бар һәм буласаҡ. Аралар алыҫлашҡан һайын, улар тураһындағы иҫтәлектәр баҙығыраҡ та, ҡиммәтлерәктә була бара.

«Аль Ғуфран» мәсетенең имам-хатибы Ғәли хәҙрәт менән. Башҡортостан юлдаш телеканалында башланып ҡына торған «Аҡ тирәк - күк тирәк» тапшырыуына эксперт итеп саҡырғас, танышҡайныҡ. Ул ток-шоу биш йыл буйы барҙы. Ғәли хәҙрәт унда даими ҡатнашты. Был проекттың авторы булараҡ та, каналдың етәксеһе булараҡ та, миллионлаған тамашасы ҡараған тапшырыуға килгән һәр ҡунаҡ, белгес өсөн ҙур яуаплылыҡ тотаһың. Ғәли Ғәфиәт улы Хәсәнов тәүге тапшырыуҙарҙан уҡ Ислам дине тәғлимәтен яҡшы белеүе, урынлы ғына итеп донъяуи хәлдәргә бәйләп



Жизнь, стоп!




аңлатыуы менән беҙҙе арбаны. Телеэкран аша ҙур ғаләм алдында яуап бирергә баҙнат иткән белгес, шәхсән кешелек сифаттары тейешле кимәлдә юғары, ихлас, асыҡ булһа ғына тамашасы ихтирамына, иғтибарына дәғүә итә ала. Ябай, эскерһеҙ һөйләшеүе менән ышанысты яуланы, беҙҙең даими тамашасыларыбыҙ, бигерәк тә ололар, Ғәли хәҙрәт һөйләгәндәрҙе тыңлау өсөн дә тапшырыуҙарыбыҙҙы көтөп алды. Хаттар яҙҙылар, шылтыраттылар, осрашыуҙарға килергә теләктәрен белдерҙеләр. Рейтинг, күберәк тамашасы ылыҡтырыу тураһында ҡайғыртыусы телевидение етәкселәре өсөн Ғәли хәҙрәт сүллектәге шишмә кеүек булды. Телевидениела, радиола дин темаһы даими яҡтыртылған тапшырыуҙар «Иман», «Йома» бар ине, ә бында инде дин әһеле туранан-тура йәштәр менән аралаша, бәхәсләшә, йәштәрҙе уйланырға мәжбүр итә. Шулай итеп, Ғәли хәҙрәт күптәребеҙҙең дуҫына, ғаилә кәңәшсеһенә әүерелде. Бер кемгә лә «юҡ» тимәне: өйҙәребеҙгә килде, балаларыбыҙға исемдәр ҡушты, йорттарыбыҙға аяттар уҡыны, туғандарыбыҙҙы һуңғы юлға тәрбиәләшеп оҙатты. Һәр ҡайһыбыҙҙы яҡын туғаны кеүек, һис айырмай тиң-тигеҙ күреп, мөғәләмә итте. Хәйерҙәр биргәндә, «күп бирмәң, шаштырмаң», тип торор ине. Үҙ көстәре менән мәсет тергеҙеүҙәрен белгәндәребеҙ хәлдәренән килгәнсә ярҙам итергә тырышты. Уның менән аралашыу бик еңел ине. Ағайһыҙҙарыбыҙ - ағайлы, ҡустылары булмағандар ҡустылы*булды. Кеселекле һәм кешелекле, әҙәпле имам дуҫыбыҙға әүерелде. Беҙ уның менән «Комсомольская правда», «Аргументы и факты в Башкортостане» гәзиттәре журналистарының һорауы буйынса редакцияла осрашыуҙар үткәрҙек. Өфө трикотаж фабрикаһының яңы бинаһын асыу айҡанлы аяттар уҡырға ла уның менән бергә барҙыҡ. Фабриканың күп кенә хеҙмәткәрҙәре имам янына килеп ихлас һөйләште, һорашты, яуаптар алды, танып




ихтирамдарын белдергәс, уның да күңеле күтәрелер ине... Осрашыуға уның машинаһында барғайныҡ. Руль артында үтә лә ҡыҙыу йөрөр ине, яйларға үтенгәс, «эш күп, өлгөрөп тә булмай, мәсеттең ун биш йыллығын күп халыҡ йыйып берәй стадион йә ипподромда үткәрербеҙ, хәләл ризыҡ эйерлек ресторан асырбыҙ; ғөмүмән мәжлестәрҙе араҡыһыҙ ҙа күңелле итеп ойоштороп була бит, йәмәғәткә бер ҡарау, күрһәтеү ҙә етә», тип башындағы мең уй-ниәтен аңғартып, күңелендә үрсегән изге уйҙарын асып, уртаҡлашып барғайны... Күңеле аҡ нурға тулған һәм шул нурҙарҙы йәлләмәйенсә кешеләргә мул өләшкән Алла бәндәһе ине. Йәшәргә дәрте ташып, атлығып торған йәп-йәш кеше тураһында хәҙер «ине» тип яҙыу ситен дә, ҡыйын да.

Был тиклем дә дингә бирелгән, тоғро кешене, ата-әсәһенә оло хөрмәт күрһәткән улды кемдәр тәрбиәләгән икән? Ошо һорау йыш ҡына күңелгә килде. Сөнки хәҙрәт ауылына, әсәһе янына гелән ашҡынып ҡайта, ҙур дини байрамдар ойоштора, Өфөнән артистар алып барып осрашыуҙар үткәрә, аралар ҙа яҡын түгел, әммә тыуған төйәге менән ифрат тығыҙ бәйләнештә йәшәне. Кеше тураһында күберәк беләм тиһәң, уның тыуған ерен күреү ҙә етә.

1 930 йылдың 20 авгусында Башҡорт Автономиялы Республикаһының бауырынан ҡайырып алып беркетелһә лә. Урал әлкәһенең Силәбе округына ҡараған Хонашаҡ районы, нигеҙҙә, йолаларын, телен һаҡлаған башҡорттар төбәге ул. Иван Грозныйҙан ҡасҡан мишәр, татар, типтәрҙәр ҙә ошо ергә килеп һыйынған, ерле кешеләр менән тығыҙ аралашып, туғанлашып йәшәйҙәр. Алсаҡ, илгәҙәк, ихлас халыҡ йәшәй Конашаҡта.

Оло фажиғә тейенмәгән ғаилә юҡ: йә радиация йоғонтоһонда нәҫел ауырыуына тарыған, йә эшһеҙлектән тарҡалған ғаилә ағзалары, әммә һыр


3

бирмәйҙәр, тырышып-тырмашып йорт төҙөйҙәр, һыуһыҙ, утһыҙ йортта түҙеп көн күрәләр, үҙҙәренең көнитмешенән көлөргә лә хәлдәренән килә. Ике - өс милләт теле ҡушылып, ҡыҙыҡ ҡына тел диалекты барлыҡҡа килгән. Нигеҙҙә башҡорт теле ята. Мәктәптә бары рус телендә уҡыйҙар. Башҡорт, татар теле уҡытыусылары был арала ял иткән, әммә киләсәктә ташламаҫҡа ниәтләп торалар. Һарай кеүек һалынған мөһабәт ҙур мәктәптең мөмкинселеге бар. Әле 300-ҙән күберәк бала уҡый. Балалар иҫәбенән самалағанда, киләһе уҡыу йылдарында беренсе кластарға кәмендә 20-ләп төшә.

Конашаҡ тоташы менән ҡайындар, күлдәр иле. Район биләмәһендә ерҙең 87% ҡайынлыҡ, 50-нән ашыу ҙур күлдәре бар. Ошо юлдарҙы уҡығас, Ғәли хәҙрәттең оло улы Усман минең менән «аяҡ тибеп» бәхәсләшәсәк, тыуған төбәгенең тоғро патриоты булараҡ, ул: «Районда 70 күл бар, бөтәһен дә йөҙөп сыҡтым, бишәр килолы суртандар тоттом, һунар иттем, үҙем күрҙем» тиәсәк. Тәбиғәт, һунар яратҡан егеткә лә ышанам, шулай ҙа, ташҡа баҫылған һәр мәғлүмәткә ҡарата яуаплылыҡты аңлап, рәсми баҫмалағы һандарға таянырға бурыслымын. Был китапта күп мәғлүмәт 2000 йылда нәшер ителгән «Кунашак-земля предков» китабынан алынасаҡ. Райондың ойошторолоуына 70 йыл айҡанлы сығарылған был китапҡа мөхәррирҙәре ентекле ҡарағандыр, тигән ышаныс бар.

Конашаҡ донъя кимәлендә таныулы төбәк. Икенсе донъя һуғышынан һуң, тиҙ арала ҡоралланыуҙы арттырыуҙы аңлаған Виссарион Сталин ҡушыуы буйынса, Лаврентий Берия плутоний эшкәртеүсе заводты нәҡ ошо ерҙә, ҙур иленән айырылған, бер кемгә кәрәкмәгән, күҙ- ҡолаҡ күрмәгән башҡорт төбәгендә белеп асҡан. 1946 йылда СССР- ҙың Эске эштәр министрлығының 817-се һанлы «Маяҡ» ябыҡ химкомбинаты эшмәкәрлегенең тәүге көндәренән үк аң-белемле, прогрессив

Борьба за жизнь.

После многочисленных пикетов населения пострадавших деревень Кунашакского, Аргаяшского районов в начале 90-х годов, Правительство РФ обратило внимание на их проблемы




граждандарын репрессия ҡорбанына өйләндергән аграр дәүләт, белем- һеҙлек, тәжрибәһеҙлек һәм ғәмһеҙлек арҡаһында үҙ халҡын ағыулай башлай. 1957 йылдың 29 сентябрь көнөндә күккә осҡан 20 миллион кюри радиоактив ҡалдыҡтар әле булһа кешеләр яҙмышында һыҡрай. Силәбелә йәшәүсе публицист, фән эшмәкәре, тарих фәндәре докторы Владимир Новоселовтың «Южноуральская панорама» гәзитенә 2007 йылдың 20 декабрь һанында, аварияның 50 йыллығы айҡанлы биргән интервьюһында шулай тиелгән. Был хаҡ һүҙҙе инҡар итеүе ауыр, дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ.

Конашаҡ районындағы иң ҙур ауылдарҙың береһе - Мөслим, «Маяҡ-40» ябыҡ предприятиеһы 1949 йылдан алып радиоҡалдыҡтарын туҡтауһыҙ ағыҙған Теча йылғаһы буйында урынлашҡан. Йылғаның исемен төрлөсә яҙалар, аңлаталар. Үрҙә әйтелгән гәзиттә краевед Александр Моисеев «Куда исчезли мещеряки» тигән мәҡәләһендә, Палластың ентекле яҙмаларына таянып, йылға исемен «Теше» тип яҙған. Ауыл кешеләре, ғүмер буйы был ауылда йәшәгән Фатима апай Хәсәнова, Ғәли хәҙрәттең инәһе, башҡортса «Тенис» (бәлки талғын аҡҡан тыныслығына күрә «Тыныс») тип йөрөтөүҙәрен әйтте. Оҙонлоғо буйынса ла беренсе һәм билдәле Тенис йылғаһы - 243 саҡрым. Исеткә барып тоташҡансы, юл буйынса күпме халыҡ ошо һыуҙы эсеп йәшәгән, ағыулы балығын ашаған, ҡош-ҡорт үҫтергән.Хасанды р Тенис исемле колхоз да булған. Йылғаның ағыулы һыуын әсеүҙе рәсми рәүештә бары 1958 йылдың 12 февралендә генә туҡтатҡандар. Ул рәсми рәүештә, ә бала-саға, тимер сеткалар менән уратып алынһа ла, ошо йылғала һыу инеп, балыҡ тотоп, уйнап үҫкән. Поста торған ҡарауылсы милиция хеҙмәткәрҙәре ҡыуып та өлгөрмәгән. Ғәли хәҙрәттең ҡатыны, ошо ауыл ҡыҙы Дамира, шулай һөйләй: «Каһировтарҙың йортонда мин ата-инәмдең 10-сы балаһы



Бабушка Фатима с внучками




булып тыуып, барыбыҙ ҙа ошо Тениста ҡойондоҡ, бәпкә көттөк, ярында еләк йыйҙыҡ»,- ти.

Химкомбинат эшләп торған Озерный поселогы янындағы ағыулы күлдәрҙе, һауала осҡан һары болоттарҙы кем иҫәпләгән? Барыһы ла «сверхсекретно» грифы менән халыҡтан, йәмәғәтселектән йәшерелгән. Атом бомбаһын тиҙ арала эшләп сығарғаны өсөн, һуғыштан һуң министр портфеленән ҡолаҡ ҡаҡҡан Берия, яңынан Сталиндың әшнәһенә әүерелгән. Бер кем дә ҡыҙыҡһынмаған: ул бомба ниндәй шарттарҙа, ниндәй бәйә менән, ниндәй хаҡҡа төшкән? Сит илдәрҙең экологтары, амери- канлылар беҙҙән күпкә алда белде, нигеҙҙә, был мәсьәләләрҙе улар башлап матбуғатта күтәреп сыҡты. 1956 йылда атаҡлы физик Игорь Курчатов ҡырҡа ҡаршы сыҡмаһа, яҡын тирәләге барлыҡ күлдәрҙе лә ҡалдыҡтар менән тултырған булырҙар ине. Әле лә атом промышленносы үҫешкән Свердловск, Силәбе ерҙәрендәге объекттарҙың асылып бөтмәгән биттәре байтаҡ. Һауаны тикшереүсе самолеттар зарарлы болоттарҙы 1956 йылда уҡ билдәләгәндәр. Был турала бер ни белмәгән халыҡ ҡай саҡ яуған ҡыҙыл ямғырҙарҙың зарарын ваҡыт үткәс кенә, шул ямғыр аҫтында ҡалғандар кинәт сирләп, ҡырыла башлағас ҡына аңлаған. Ул болоттар шул тәңгәлдә ятҡан, Көнъяҡ Уралдың иң бейек түбәһе Ирәмәл битләүендә лә йыш күренгән. Ирәмәлдән 18 саҡрым ятҡан Белорет районының Мәхмүт ауылы йәштәре, 8 кеше, ҡарағай урманында сайыр ағыҙып ятҡан. Йәйҙең бер эҫе көнөндә ете кеше бик сәйер ҡыҙыл ямғыр аҫтында ҡала, һигеҙенселәре - Мәүлидә - ул көндө ауылға ҡайтып киткән булған, ямғырға эләкмәгән. Ҡыҙыл ямғырға сыланған йәштәр күп тә үтмәй төрлө рак ауырыуҙарынан донъя ҡуйҙылар. Мәүлидә апай әле лә иҫән, йәшәп ята. Башҡортостан йәмәғәтселегенә билдәле шағирә, минең класташым Динә Талхина (Хафизова) атом аварияһынан


Радостные минуты пребывания на родной земле. Дамира и Усман Хасановы



70 саҡрым алыҫлыҡтағы Арғаяш районы Мәтәл ауылынан ине. Уларҙың ғаиләһенән генә өс кеше: атаһы Азат ағай, Динә, һеңлеһе Рәйсә яман шеш ауырыуынан иртә вафат булдылар. Был проблеманы өйрәнгән белгестәр күҙәтеүенсә, стронций кеше организмына төрлө юлдар: һыу, һауа, тупраҡ аша эләгеп елеккә үтә һем тере клеткаларҙы тарҡатып, бик оҙаҡ, йылына 3-5% миҡдарҙа ғына сығып, 30-40 йылға һуҙыла.

Мөспим - бик боронғо ауыл, йылға буйында, иркен төбәктә урынлашҡан. Ауыл халҡының иҫәбе өс меңләп иҫәпләнгән, даими артып торған. Үткән быуаттың алтмышынсы йылдарынан бирле, авариянан һуң, үлем тыуымдан ике тапҡырға артҡан. 1957 йылдан алып 1991 йылға тиклемге арауыҡта районда 7 меңгә яҡын кеше йәшәгән 56 ауыл юк булған. Бөгөнгө көндә Мөслимдә һау кешеләр һирәк. Мәктәп уҡытыусылары: «Һау бала юҡ тиерлек, бигерәк тә хан ауырыулы - лейкемия, йөрәк, биҙ сирҙәре (зоб) менән яфаланған балалар күп», - тинеләр. Нурланыу сире менән рәсми теркәлгәндәр иҫәбе, әлбиттә, күпкә кәм. Ауыл кешеләренең сирле, ҡыҫҡа ғүмерле булыуҙарын эскеселеккә ҡайтарып ҡалдырырға маташыусылар ҙа юҡ түгел.

Ауылда 18 быуатта Демидов ярандары Злоказов һалдырған ҙур һыу тирмәне эшләгән, ваҡыт үткәс, авиация елеме етештереүсе завод та булып алған, боронғоса ныҡлы ҡыҙыл кирбестән һалынған бина, әле лә кешелектең ғәмһеҙлегенә өнһөҙ шаһит булып, Тенис йылғаһы ярында һерәйеп баҫып тора.Үткән быуаттың тарихи ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән. Фабриканттың идараһы ла үҙенең һуңғы көнөнәсә мәктәп, интернат вазифаһын үтәгән. Урындағы халыҡ үҙе үҫтергән итен дә ошонда уҡ эшкәрткән, иген етештергән, һунар иткән, төрлө кейектең күплеген 18-19 быуатта был төбәккә һунарға килгән рус яҙыусылары, мәғрифәтселәре: Д. Мамин-Сибиряк, М. Михайлов, М. Авдеев һоҡланып яҙып ҡалдырған. Төрлө эш менән шөғөлләнгән мөслимдәр тик тормағандар. Һәр саҡ уҡыу йорто-мәктәбе булған, тәүгеләрҙән булып балалар баксаһы төҙөгәндәр, нефтебазаһы, һөт заводы, баҙары эшләп торған. Ситкә китмәгәндәр, юҡҡамы ни ул районда иң ҙур ауылдан һанала. Радиация йоғонтоһына дусар ителеп, һыуын, ерен ағыулағас, халыҡ аптыранып, бәлки, эскеселеккә лә бирелгәндер. Әле




ауылда социаль тәғәйенешле объекттар ғына төҙөлә, эшләй. 1977 йылдан Силәбе - Мөслим электропоезд маршрутын хеҙмәтләндереү өсөн асылған тимер юл станцияһы күптәр өсөн йәшәү сығанағы. Иген икмәйҙәр, мал аҫырамайҙар. Ер зарарлы. Шәхси хужалыҡтарҙың ғына ары- бире һуғылып йөрөгән эре баш малдарын күрергә була.

«Минең балаларым эсмәне, сөнки аталары эсмәне», - ти Ғәли хәҙрәттең инәһе Фатима Әбдрәшит ҡыҙы Хәсәнова. Ғәфиәтулла Әмирулла улы менән 1957 йылдың февраленән бергә тормош көтөп, алты бала үҫтергәндәр. Ғәфиәтулла егет сағынан велосипед спорты менән етди шөғөлләнә, Новосибирскиҙа уҙғарыласаҡ Рәсәй ярыштарына әҙерләнеп йөрөгәндә, юлда йәрәхәт ала. Дауаханала Зәйнулла ишандың уҡыусыһының уҡыусыһы - Шәрифулла мулла менән осраша. Ҡарт бик белемле, зирәк һәм яҡшы кеше була. Ғәфиәтулланы ла дингә күндерә, бер генә кешене тура юлға сығарып та, үҙенә иң ҙур бүләк аласағына инанған ҡарт, тағы ла үҙҙәренең балалары булмағас, Хәсәновтарҙы яҡын күреп, саҡырышып, артабан да тормоштарының һуңғы көнөнәсә аралашып йәшәгәндәр. «Һеҙҙең менән һөйләшһәм күңелем була, башҡалар менән бер ҙә йәм тапмайым, килеп йөрөгөҙ, ташламағыҙ», - тип оҙатыр булған ҡарт. Хаҡ тәғәләнең ҡанундарын, хөкөмдәрен башҡаларға ла ирештереү тәҡүә мосолман өсөн ғибәҙәттең иң мөһим бер төрө һанала. Мөхәммәт ғаләйһис-сәләмдең хәҙистәрендә әйтелгәнсә, «Хаҡ юлға өндәүсегә, уның саҡырыуҙарына эйәреп игелектәр ҡылыусыларға әҙерләнгән бүләктәргә бәрәбәр бүләк әҙерләнгән».Шәрифулла мулланы, вафатынан саҡ ҡына элгәре, Ғәли хәҙрәт Өфөгә килтереп, мәсеттәрҙе күрһәтеп, ҡунаҡ итеп ҡайтарған. Ата-әсәһен хөрмәт иткән муллаға уландары Нух һәм Ғәли шулай үҙ рәхмәтен, игелеген күрһәткән.

Хаҡ юлда йөрөгән егеттәрҙең ата-инәһе кем? Йортта әсә кеше тәрбиә тота. Борон-борондан бала бағыу, тәрбиә итеү, тел тергеҙеү, һаҡлау беҙҙең халыҡта әсә тарафынан башҡарылған һәм башҡарыла.

...Хәсәновтарҙың өйләнешеүе бик ҡыҙыҡ һәм фәһемле. Фатима апай үҙе һөйләгәндәрҙән яҙылды. Ғәфиәтулла ағай үҙенән ете йәшкә кесе Фатимаға бер күреүҙә ғашиҡ була. Ул саҡта ҡыҙыҡайҙың Мөслим мәктәбендә ете класс белем алып, Силәбелә емеш-еләк цехында эшләй башлаған ғына сағы. Ауылына ялға ҡайтҡан ҡыҙый бер егеткә лә ҡарамай, тәҡдим яһап ҡарайҙар, әммә ул «яҙ кеше туй үткәрмәй, көҙгө муллыҡта ғына ярай, ағайым армиянан ҡайтмайса кейәүгә сыҡмайым», тип эре сирттерә. Ғәфиәтулла ауыл егеттәре менән бәхәсләшә, «ярай, еңгә күрергә килергә онотмағыҙ», ти. Ҡыҙҙы күреп һөйләшә, билдәле инде, «отворот-поворот» ала, әммә ҡыҙыбыҙ иртәгеһенә атаһы менән бергә Силәбегә китергә вокзалға килһә, егет вокзалда тора. Егет ҡыҙҙың сумаҙанын күтәреп вагонға индереп ҡуя ла, төшөп тә китә. Атай бер ни аңламай, иғтибар ҙа итмәй, өйөнә ҡайтҡас, шунда уҡ аңлаталар. Ҡыҙын вагонға ултыртып, яйлап ҡайтыуына, өйҙә ҡоҙалар ултыра, ҡыҙҙы һоратып килгәндәр. «Ҡыҙығыҙ риза, беҙ уның менән осрашып йөрөнөк», - тип ышандыра егет. Фатима бер ни белмәй эшләп йөрөй, ә бында ҡыҙһыҙ ғына никах уҡытып, мәһәр алып, туй көнөн билдәләйҙәр. Туйына ҡайтырға саҡырып хат килә. Ҡыҙ ни эшләргә лә белмәй. Ата- инәһенә лә ҡаршы килә алмай. Ҡайғыһынан һарыға һабышҡан, ябыҡҡан ҡыҙыҡайҙың эштән бушатыу тураһындағы ғаризаһына ҡул ҡуйғанда, директоры иң йәш эшсеһенең ҡайғырып ҡына кейәүгә сыҡҡанын күреп




йәлләп, үҙе ҡаты ҡайғыға ҡала. Йәштән яратып йөрөгән егетенә - ауылдың беренсе гармунсыһына ни әйтергә? Ағаһының армиянан ҡайтҡанын көткән 17 йәшлек ғашиҡтарға, хыялдарын емереп, атай-инәй һүҙен йыҡмай, йолаға буйһонорға тура килә: туй ҡунаҡтарын гармунсы егет илай-илай бейетә. Бармаҫ ине, ауылда бүтән гармунсы юҡ. Икенсе йортта ҡыҙ ҡушырға йыйынған еңгә менән Фатима илай. «Тәҡдирең ҡушҡас, бер хәл дә итә алмайһың», - ти Фатима апай. Аллаһы Тәғәлә мәхлүктәрен тәҡдирен күктәр һәм ер яратылғансы илле мең йыл элек яҙып ҡуя икән. Тәҡдиргә ышаныу хаҡ мосолманда бөтөн хәлдәргә ҡарата ҡәнәғәтлек хисе тыуҙыра. Шатлыҡта - Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итә, ҡайғы килгәндә, сабырлыҡ, тыйнаҡлыҡ күрһәтә һәм нәтижәлә ике һәләттә лә әжер - сауапҡа лайыҡ булып, Аллаһы Тәғәләнең һөйөклө бәндәһенә әүерелә. Бына ни өсөн атом аварияһын Фатима апай тәҡдир һынауы, тип ҡабул итә. Ғәли хәҙрәтте ерләгәндә әсә кешенең иламайынса түҙеп, беҙҙе йыуатыуының көсө, сере лә нәҡ шулай аңлатыла торғандыр. Фатима апай ысын мәғәнәһендә хаҡ мосолман ҡатыны.

Яйлап Фатима яңы туғандарына өйрәнеп китә, ҡайнаталары бик яҡшы кешеләр була. Иптәше Ғәфиәтулланы өс йәшәненән ҡарап үҫтергән үгәй инәй күп тә тормай сирләп вафат була. Ғәфиәтуллаһы Фатиманы өрмәгән ергә ултыртмай, колхоз эшендә лә эшләтмәй, шул ҡәҙәре ярата, хатта ҡыҙғана, гел ҡамалап алып йөрөй, ахыры сиктә ҡыҙҙың да күңеле ирей. Өс йыл йәшәгәс кенә, йәштәргә бала бәхете татырға тура килә.

Нәҡ ошо йылдарҙа Хәсәновтар ныҡлап Ислам диненә килә. Быуат башында ауылда эшләп торған 3 мәсеттең берәүһе лә юҡ. Кемдән, ҡайҙан яҙырға, уҡырға өйрәнергә? Ғәфиәтуллаһы, инәһенә пальто, атаһына тун алып бирергә үҙенә һүҙ биргән була, ниәтен үтәп өлгөрмәй ҡала. Өйләнешкәс, Көръән уҡырға өйрәнеп, инәй рухына Ҡөръән сығырға һүҙ бирә. Һүҙен үтәй егет. Ошо өс йыл эсендә ауылда мулла булып йөрөгән Ғәбдрәфиҡ ҡарттан ғәрәп алфавитын өйрәнеп, Ҡөрьәнде уҡып сыға. Мулла Ҡазанда уҡыған, бик белемле: Ғабдулла Туҡай, Ҡәйүм Насыри, Аҡмуллаларҙы яттан белә. Ғәфиәтулла ағайҙың үҙ инәһе лә бик дини, уҡыған, әҙәпле кеше булған. Ғәли хәҙрәттең дә инәһен шул тиклем ололауының сере асыла башланы кеүек. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ.

Ғаиләләге алты бала араһынан Ғәли бәләкәйҙән кеселекле, кешелекле, туғандарына уғата ихтибарлы, яуаплы була. Һәр саҡ һәр эште башлап, ойоштороп йөрөй. Кесе һеңлеләре Мәрйәм менән Ғәйшә өсөн Ғәли ағаларының абруйы бөтәһенән дә өҫтөн. Нимә әйтһә, шуны эшләргә тип күҙенә генә ҡарап торалар. Ағай ҡай саҡ мутлашып та ала шул. Урамдан уйнап арып килә лә, һеңлеләренә уйын тәҡдим итә. «Әйҙә сталауай уйнайбыҙ». «Әйҙә». Малайың батша булып, башына селтәр бөркәнеп, мендәргә менеп ултыра. Туғандары күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, (сөнки яратҡан ағалары, ниһайәт, улар менән уйнарға ризалыҡ бирә) йән- фарманға ашарға әҙерләп, ағаларын ҡашыҡтан изге ризыҡтар менән һыйлай башлай. Ризыҡтар ҙа ябай ғына түгел: котлет, билмән, ҡоймаҡ. «Үҙенең ашарға ла ялҡауы килә, арыған ҡуй», - тип Ғәйшә асыҡлыҡ индерә шул урында. Батша тиҙҙән туя, йоҡоһо килә башлай. Ә ҡыҙыҡайҙар уйнап туймаған әле, ағаларын йоҡлатмаҫ өсөн сәрелдәшә башлайҙар, үпкәләйҙәр. Иртәгәһен барыбер шул уҡ хәл ҡабатлана, ағайҙарын иҫтәре китеп яратмаһалар, шулай итмәҫтәр ине, әлбиттә. Үҙҙәре олоғайғас та




ағай алдында ниндәй ҙә булһа һүҙ һөйләргә, уның кәңәшенән башҡа ниндәй ҙә булһа берәй эш башларға баҙнат итмәгәндәр. Хасандыр үҙен совхоздың комсомол секретары итеп юҡҡа ғына һайламағандарҙыр ауыл йәштәре. Хатта унан ике йәшкә оло Нил ағаһы - Нух хәҙрәт тә күберәк ҡустыһына эйәргән. Верхнеуральскиҙа, Троицкиҙа бергә уҡып, төрлө һәнәр алғандар, инәләре һайлаған ауыл ҡыҙҙарынан кәләш әйттергәндәр.

Иң бәхетле дүрт йыл

Кешеләр бәхет төшөнсәһен ғәҙәттә ниндәй ҡиммәттәр менән билдәләйҙәр? Байлыҡмы, сәләмәтлек йә изге ниәттәреңдең тормошҡа ашы- уымы? Фатима апай өсөн, ире менән 47 йыл йәшәү дәүерендә, ике улының: Ғәли менән Нухтың Бохаралағы «Мир Ғәрәп» мәҙрәсәһендә дүрт йыл буйы белем алыуҙары иң бәхетле мәле булған. «Шунан да юғары шатлыҡ, бәхет кисермәнем», - ти ул. Ғәли менән Дамираның Бохарала икенсе балалары - Йәмилә исемле ҡыҙҙары тыуғас, ҡарты менән исем ҡуштырырға барып. Ислам донъяһында киң билдәле изгеләр ҡәберҙәренә зыярат ҡылып, хажға бәрәбәр сауап йыйып ҡайтҡандар. Мәҙрәсәләге уҡыуҙы тамамлағас, 1991 йылда, Хәсәновтарҙан өс кешегә: аталары һәм ике улына, Рәсәй моспомандарын Сауд Ғәрәбстаны короле ҡунаҡ итеп саҡырған төркөм исемлегендә, ысын хаж ҡылыу насип була. Шулай итеп, Мөслим ауылы мәсетенең имам хатибы Ғәфиәтулла Хәсәнов мосолмандар өсөн иң оло ғибәҙәттәренең береһенә өлгәшә.

Иң күңелле ҡор

Атайҙар изге сәфәрҙә йөрөгәндә. Мөслимдә ҡалған Хәсәновтар ҡул ҡаушырып көтөп ултырмаған. Фатима апай 11 кпасста уҡып ҡына йөрөгән төпсөк улы Ғосман менән ҡорбан өсөн ҡуй һатып алған, йолаһына килтереп салдырған һәм бөтә туғандарын, бала-сағаларын йыйып, мәжлес ҡорған. Ул йылды ишелеп еләк уңғайны, өҫтәлдә емеш- еләктең муллығы, күңелдәрҙең күтәренкелеге әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Берҙән, уландарының хажи булыу шатлығы елкендерһә, икенсенән, бәләкәй Ғосманға ҡәҙәре, барлыҡ балалары аяттар уҡып, мөнәжәттәр йырлап, тәү тапҡыр Корбан ғәйетен еренә еткереп байрам итәләр. Барлыҡ балалары ла иҫән, барыһы ла янда, шуға ла иң күңелле мәжлес булып хәтерҙәренә уйылған. Хәсәновтар ғаиләһендә эске булмағас, әле лә мәжлес өҫтәле артында олоһо ла, кесеһе лә бергә ултыра, тиң- тигеҙ әңгәмә ҡоралар. Уларҙың был ҡорон ситтән күҙәтеү ифрат күңелле хәл, сөнки бер-береһен мәрәкәләп, мәҙәкләп, ихлас көлөшөп ултырған айныҡ мәжлестәр һирәк, дөрөҫөрәге, юҡ. 2010 йылдың сентябрь айында Ғәли хәҙрәттең оло улының туйы нәҡ шулай, эскелекһеҙ, хәҙрәт теләгәнсә үтте. Үҙебеҙҙең шифалы ла, хәләл дә ҡымыҙыбыҙ өҫтәл күрке булды, был туйҙан да күңелле, ихлас мәжлес күргән юҡ әле, дин әһелдәре лә заманса ихлас бейеп, кәрәгендә дәртле бейеп матур йола күрһәтте. «Бер ҡулығыҙ диндә, икенсеһе донъялыҡта булһын», тип өйрәткән Ғәфиәтулла ағай, Ғәли хәҙрәт рухы ризалыр бала - сагаларының фиғеленән. Туйҙа ғына



По какой дороге идти? Какое будущее у детей села Ново-Муслюмово? Камила Хасанова




ла түгел, ғөмүмән тормошта ла шулай. Фатима апай кейәүҙәренең дә йәһәтләшеп ҡор ябып, самауарын килтерә һалып, күмерҙәрен терелтеп, ихлас һыйлауы ҡарап торор күҙгә матур, яғымлы. Күрше Сәлим ауылынан төпсөк килен булып төшкән Оксананы ла туған башҡорт телен өйрәтеп, башына яулыҡ ябындырып, дин тәрбиәһенә күндергәндәр. Ата йортонда хужа булып ҡалған Ғүмәр әйтеүенсә, кейәүгә сыҡҡанда үҙ телендә бер ни белмәгән. Рус телле Мөслим мәктәбендә уҡыһа ла, өлкән ҡыҙы Наилә лә әсә телен яҡшы белеп, башынан яулығын төшөрмәй.

Тәүге Хаждан ҡайтҡас. Ғәли инәһен дә хажға алып барырға вәғәҙә итә. 1995 йылда үҙенең йөрөп ятҡан еңел машинаһын һатып, атаһын, инәһен хажға ебәрә. Хәҙерге көндә Фатима Әбдрәшит ҡыҙы ауылда Ислам ҡанундарын яҡшы белгәне, теүәл үтәгәне һәм хажиә булғаны өсөн дә абруйлы.

Юғалтыуҙарһыҙ, ҡайғыларһыҙ булмай тормош. Кесе улдары Ғосман да ағалары юлынан Дүшәнбегә китә, тик әйләнеп ҡайтыу ғына насип булмай, ул саҡтағы Үзбәк, Таджик илендәге болаға эләгеп, шаһит була. Хәсәновтар 1995 йылда Хажға барған саҡта, уның менән бергә уҡыған Саллы егеттәре үҙҙәре танып, әсәне йыуатып, бер аяттарынан да улының исемен ҡалдырмауҙарын әйтеп, тынысландырып китәләр. Балаһын юғалтҡан әсә йөрәге ҡайғыларын онота буламы? Ниндәй генә сабыр булһа ла кешенең йөрәк яралары һыҡрай, күҙ нурҙары һүнә. Фатима апайҙың шәкәр сире көсәйеп, күҙҙәренә операция яһатҡан. Авария шауҡымы түгелме икән, тип һорағас, тәҡдир һынауына һылтаны. Кесе улы Ғүмәр, килене Оксана, ейәнсәрҙәре менән Яңы Мөслимдең бик мәғәнәле исемле - Светлая урамында, өр яңы йортта, яңы нигеҙҙә, һомғол ҡайындар араһында ҡәнәғәтлек менән, тәҡдиренә риза булып, иҫән балалары менән киңәш-төңәш итеп, бер һүҙҙән булып йәшәп ята.

Ҡатын-ҡыҙҙың Ислам, ғөмүмән дин, ғөрөф-ғәҙәт һаҡлауҙағы яуаплы бурысы тураһында һөйләшкәндә Фатима апайҙың килене, Ғәли хәҙрәттең ҡатыны Дамира һылыу тураһында әйтмәү яҙыҡ булыр. Усаҡ йылыһын ҡатын һаҡлай. Күптәребеҙ күреп-белеп йөрөй, барлыҡ дин әһелдәренең ғаиләләрендә лә бер тын алып, бер юлдан йөрөмәгәндәре лә була, башҡортса яҙып үҙ балалары ла уҡымаған яҙыусылар булған кеүек,«Ғуфран» мәсетендә изге ғәмәлдәрҙе Ғәли хәҙрәттең балалары атҡара. Йәш, матур тауышлы аҙан ишетһәгеҙ, ул Ғәли хәҙрәттең оло улы эшҡыуар Усман булыр, һәр саҡ асыҡ йөҙлө, тыйнаҡ ҡына аҡ яулыҡлы ҡыҙ - БДУ талибәһе Йәмилә менән колледж талибы Камил да мәсет эштәрендә йүгереп йөрөр.Әсәй кешенең эштәре балаларының фиғелендә, күп итеп һөйләп тороу ҙа кәрәкмәй, бер килеп күреп китеү ҙә етә. «Ғуфран» мәсетенең ишектәре бер ваҡытта ла бикләнмәй, һәр саҡ асыҡ, Ғәли хәҙрәт әйтмешләй, ул халыҡ мәсете, теләгән бер кеше тәүлектең теләгән сәғәтендә килә ала...

Луиза Азамат


МОЛИТВАМИ
  1   2   3   4   5   6   7   8

Похожие:

Творцу подтверждается исключительно выполнением Его повелений. Подобная верность есть вершина чувств и поступков, устремленных к Нему. Он iconКнига лучший подарок для всех, устремленных к счастью, гармонии и...
Эта чудесная книга лучший подарок для всех, устремленных к счастью, гармонии и благоденствию. Луиза Хэй
Творцу подтверждается исключительно выполнением Его повелений. Подобная верность есть вершина чувств и поступков, устремленных к Нему. Он iconВсе время делаю исключительно по нему
Пеку из цельнозерновой муки, поэтому поднимается он хуже, чем из муки высшего сорта, но меня не парит Делаю просто
Творцу подтверждается исключительно выполнением Его повелений. Подобная верность есть вершина чувств и поступков, устремленных к Нему. Он iconНезаконное распространение моих персональных данных
Данное уведомление, заявление и приложения к нему являются строго конфиденциальными, предназначены исключительно для адресата, и...
Творцу подтверждается исключительно выполнением Его повелений. Подобная верность есть вершина чувств и поступков, устремленных к Нему. Он icon«О те, которые уверовали! Оберегайте себя и свои семьи от Огня, растопкой...
Если же их воспитанием и образованием пренебрегают, они, по воле Аллаха, могут стать деструктивными элементами, обузой для общества...
Творцу подтверждается исключительно выполнением Его повелений. Подобная верность есть вершина чувств и поступков, устремленных к Нему. Он iconВопросы к экзамену по дисциплине «Особенная часть Уголовного права»
Убийство лица или его близких в связи с осуществлением данным лицом служебной деятельности или выполнением общественного долга
Творцу подтверждается исключительно выполнением Его повелений. Подобная верность есть вершина чувств и поступков, устремленных к Нему. Он icon-
Хвала Аллаху, Творцу и Создателю, Который сотворил воду и землю и расселил на ней живых тварей! Мир и благословение Пророку Мухаммаду,...
Творцу подтверждается исключительно выполнением Его повелений. Подобная верность есть вершина чувств и поступков, устремленных к Нему. Он iconТест по творчеству Тургенева (10 класс) 1
Все в доме привыкли к нему, к его небрежным манерам, к его немногосложным и отрывочным речам
Творцу подтверждается исключительно выполнением Его повелений. Подобная верность есть вершина чувств и поступков, устремленных к Нему. Он iconРеферат На тему: Слуховой анализатор
Организм и внешний мир – это единое целое. Восприятие окружающей нас среды происходит с помощью органов чувств или анализаторов....
Творцу подтверждается исключительно выполнением Его повелений. Подобная верность есть вершина чувств и поступков, устремленных к Нему. Он iconЦвейг Стефан Смятение чувств Стефан Цвейг Смятение чувств у них были...

Творцу подтверждается исключительно выполнением Его повелений. Подобная верность есть вершина чувств и поступков, устремленных к Нему. Он iconСпиральная динамика Грейвза По материалам Д. Бека и К. Кована
Это не какие-то «лучшие» или «худшие» состояния – они просто отражают различные взгляды на то, что из себя представляет мир, и сложность...
Вы можете разместить ссылку на наш сайт:
Школьные материалы


При копировании материала укажите ссылку © 2015
контакты
userdocs.ru
Главная страница